Башкирский язык 2 класс сынбулатова рабочая программа

Dating > Башкирский язык 2 класс сынбулатова рабочая программа

Download links:Башкирский язык 2 класс сынбулатова рабочая программаБашкирский язык 2 класс сынбулатова рабочая программа

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре. Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биреүсе предмет билдәһен һәм хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Башҡортостан, башҡорт һәм башҡа халыҡтар. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә. Диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү. Ҙ, ү өндәре һәм хәрефтәре.

Дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн. Дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн. Башланғыс мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары: - туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү; - уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү; - башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы-ныу тәрбиәләү; - дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу; - башҡорт телек башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү; - уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү. Күрһәтелгән маҡсаттарға ирешеү өсөн түбәндәге ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк: -лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡта артабан үҫтереү, нығытыу, киңәйтеү; - коммуникатив компетентлыҡ: грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог текстар төҙөү һәм һөйләү; - туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уны теләп өйрәнеү. Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар. Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик тел , аралашыу коммуникатив , этнокультура өлкәһенә ҡараған культурологик компетентлыҡ булдырыу талап ителә. Лингвистик компетентлыҡ уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. Аралашыу коммуникатив компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. Этнокультура өлкәһенә ҡараған культурологик компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрле- ген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә. Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла. Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде: 1 һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу; 2 фәннилек һәм системалылыҡ принциптары; 3 уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү; 4 баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау. Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята. Уҡыу предметына дөйөм характеристика Башҡорт теле һәм әҙәбиәте курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла: предмет кимәлендә белемгә эйә булыу; уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу; яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу; тел тураһында бел ем алыу һәм системалаштырыу; орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү; башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу; телде тойомлауҙы үҫтереү. Азнаға ике сәғәт- башҡорт теле, йылға - 68 сәғәт,азнаға бер сәғәт- башҡорт әҙәбиәте, йылға 34 сәғәт. Башҡорт теленән программа йөкмәткеһе Графика. Я, е,ё, ю хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың хәреф менән яҙылышы. График тамғалар: һүҙҙәр араһында ара ҡалдырыу, юлдан юлға күсереү тамғаһы, ҡыҙыл юл, абзац. Кешенең исем-фамилияһын; хайуандарҙың ҡушаматтарын: ер- һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән; -да, -дә, -ҙа, -ҙә, -та, -тә, -ла, -лә; -ғына, -генә, -ҡына, -кенә. Уларҙың айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу «тамыр», «ялғау» төшөнсәһе термины бирелмәй. Һөйләм, һүҙбәйләнеш, һүҙ уларҙың оҡшашлығы, айырмаһы. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Ике кешенең һөйләшеүен диалог формаһында яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре. У-ү, о-ө, э,ы хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү, йе һәм йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Ике өндө белдергән хәрефле я, е, ё, ю һүҙҙәр. Һүҙ башында уы , уэ өндәре в хәрефе. Уға ярашлы һөйләшеү ҡороу. Текстың исеме, уның һөйләмдәренең мәғәнәүи бәйләнеше. Текст абзацтары һәм уларҙың мәғәнәүи эҙмә- эҙлелеге. Монолог үҙ аллы һөйләнеү, сығыш яһау, иғлан эшләү, доклад. Аралашыу этикеты сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү. Универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәнеү. Үҙ аллы белем алыу оҫталығына өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге маҡсатты күҙаллау, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһе, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр Әсә теле программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш: Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә: -үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесында етди һәм яуаплы ҡарарға; - атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға; - мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға; - тыуған илде яратырға, ерҙе, телде яратырға; - һаулыҡ нығытырға. Предмет буйынса белем алырға: - һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә. Улаға тейешле һорау ҡуйырға. Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдереүсе һәм ярҙамсы һүҙҙәр тураһында һөйләргә һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланырға; - һүҙҙең өн- моделен төҙөргә һәм уны хәреф менән яҙырға; - һөйләмдәр төҙөргә, уларҙы тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырырға; - һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырырға. Уларҙы тейешле интонация менән уҡырға; - һөйләмдең эйәһен, хәбәрен айыра белергә; - башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә: у-ү, о-ө, э е , ы хәрефле һүҙҙәр, һүҙҙә йә, йө, йү, йе һүҙ уртаһы , йо, йы ҡушымсалары, һүҙ башында я, е, ё, ю хәрефтәре, һүҙ башында в хәрефе, ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылышын белергә. Һөйләм аҙағанда дөрөҫ тыныш билдәһе ҡуйырға. Кеше исемен, фамилияһын, ер-һыу атамаһын, хайуан ҡушаматтарын ҙур хәреф менән яҙырға; - 8-10 һөйләмдән торған тексты күсереп яҙырға; - 30-35 һүҙҙән төрған тексты диктант итеп яҙырға; һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә; - тексы аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекте үтәргә. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәргә; - уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашырға. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә: - үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырырға: белем, мәғлүмәтте эҙләү күнекмәләре булдырырға; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырырға; парлап, төркөмләп, команда менән эшләргә; - алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәргә; - билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта, график схема, модель, таблица ярҙамында теркәргә; - диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға; - мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә, аңламағаныңды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә, уны яҡлай белергә. Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь — Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу — төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү. Халыҡ ижады менән танышыу. Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа... Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда — йомағым. Мәҡәлдәр — ололар һүҙе, ата — балалар кәңәше, өгөт — нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты. Башҡорт халҡының ауыҙ — тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һөйләмдәрҙе һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү. Әкиәттәр донъяһында Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу. Хәл — ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап , ике — өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү. Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу. Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү. Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү. Тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт матурлығы. Беҙ - тәбиғәт балалары. Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды тасуирлап һөйләү. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уй-фекерҙәрҙе белгертеү, хис — тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү. Әҙәп төбө — ғәҙәт Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтарын тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү. Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү тураһында уйланыу. Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ... Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , ата-бабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте мәсьәләләре күтәреләю. Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған мөхәбәтте тырыш хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана. Кластан тыш уҡыу Тыуған төйәк, ер — һыу, республикабыҙ. Ҡош — ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу һәм кешеләрҙең, шулай уҡ балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Ҡушымта Башҡорт теленән календарь -тематик план Дәрес Дата Дәрестең темаһы Йөкмәткеһе Планлаштырылған һөҙөмтә план факт 1 1. Мәктәптә белем алыу, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Һөйләм башы һәм аҙағы. Уны тейешле интонация менән уҡыу. Һөйләмде әйтеп яҙҙырыу , күсереп яҙыу. Шиғыр строфаһының һәр юлы ҙур хәрефтән яҙылыуы. Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Уның башында ҙур хәреф, аҙағына тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырға. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә. Кеше исемдәре, уларҙың мәғәнәһе, яҙылышы. Әйтелгәнсә яҙылмай торған исемдәр: элэйә - Әлиә. Кеше исемдәренең мәғәнәһә тураһында мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланырҡа. Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙырға. Әйтелгәнсә яҙылмай торған фамилиялар. Кеше исем-фамилияларын дөрөҫ яҙырға. Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға 5 15. Нәҙек, ҡалын һуҙынҡылар Ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылышы. Тыуған ауыл, ҡала янындағы йылға, күл, тау атамалары. Хайуан ҡушаматтарының ҙур хәреф менән яҙылышы. Йорттағы хайуандарҙың ҡушаматтарын яҙыу Тыуып үҫкән ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәт алырға. Ауыл, ҡала, йылға, күл, тау атамаларын ҙур хәрефтән яҙырға. Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп ҡушылыуын аңлатырға. Уларҙы ҙур хәрефтән яҙырға. Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр. Кеше исем-фамилиялары, хайуан ҡушаматтары, ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙырға. Һөйләм, тексты дөрөҫ күсереп яҙырға. Диктант тексын иғтибарлы тыңларға. Теге йәки был күренеш тураһында уй-тойғолар менән бүлешеү. Кеше менән танышыу диалог ҡороу. Танышҡан кешеңде һүрәтләп һөйләү. Үҙ-ара аралашыу оҫталығына өйрәнергә. Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған һүҙҙәрҙе яғымлы итеп әйтергә, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнергә. Теге йәки был күренеш тураһында уй-тойғолар менән бүлешеү. Кеше менән танышыу диалог ҡороу. Танышҡан кешеңде һүрәтләп һөйләү. Үҙ-ара аралашыу оҫталығына өйрәнергә. Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған һүҙҙәрҙе яғымлы итеп әйтергә, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнергә. Йәмғиәт урынында диалог ҡороу. Диалогты дәфтәргә яҙыу тәртибе. Таныш булмаған кешегә тәү башлап һүҙ ҡушырға, аралашырға күнегергә. Яҡын кешеләрҙе ҡотлау диалог. Ҡотлау барышындағы һөйләшеү диалогты дәфтәргә теркәү. Яҡын кешеләрҙең тыуған көндәрен ҡағыҙға теркәп ҡуйырға, ул көндө уларҙы ҡотларға. Өндәшеү маҡсатына, урынына ҡарап тауышты тейешлесә көйләргә өйрәнергә 12 18. Кәрәкле белешмә алыу маҡсатында кешегә өндәшеү. Диалогты тейешле тәртиптә дәфтәргә яҙыу. Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булғанда фекереңде ҡыҫҡа итеп аңлата белергә. Һамаҡ, һынамыш, мәҡәл-әйтемдәрҙе яттан белергә. Телмәр ситуацияларында мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә. Иғлан, белдереү тексы төҙөү, уны матбуғат биттәрендә баҫтырырға әҙерләү. Иғлан, белдереү йөкмәткеһен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп төҙөргә, уны матбуғат биттәрендә баҫтырыуҙы планлаштырырға 15 27. Аралашыу, диалог ҡороу оҫталығы. Диалогты дәфтәрҙә грамоталы яҙыу. Актуаль темаларға ике кеше араһында һөйләшеү өлгөһө ижад итергә. Уны дәфтәргә тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы итеп яҙырға. Хәрәкәтте белдергән һүҙҙеңһөйләмдең иң аҙағында килеүе. Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Уны ҙур хәрефтән башларға, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға 17-18 10. Эйә, хәбәр Һөйләмдең эйәһе, хәбәре. Һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табырға, аҫтарына һыҙырға 19 17. Һүрәткә ярашлы бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, сюжет йөкмәткеһен бирергә 20-21 22. Һөйләмдә кем йәки нимә тураһында хәбәр ителеүе. Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны дөрөҫ күсереп яҙырға. Кешегә сәләм биргән, һөйөнөс.. Хәбәр һөйләм аҙағына нөктә, өндәү һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуя белергә. Нимәлер хаҡында мәғлүмәт алыу маҡсатында өндәшеү, аҙағында һорау билдәһе ҡуйыу. Һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, һорау бирергә. Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөргә. Һөйләм Текст ике һәм унан күберәк һөйләмдәрҙән тора. Текста һөйләмдәр мәғәнәһе буйынса бер-береһенә бәйле булыуы. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға. Уның аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдең баш киҫәктәрен айырыу. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға. Саф башҡорт һүҙҙәренисек әйтелә,шулай яҙыла: туп, имән... Һүҙҙеюлдан юлға күсереү өсөн ижеккә дөрөҫ бүлеү 30 31 27. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр Диктант яҙырғы өйрәнеү. Ә, ө, ү,е,э,и һәм а, о, у,ы хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙең тәүге ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын, нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек. Һүрәт йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле бәйән итеү. Һүрәт буйынса ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәр менән хикәйә төҙөргә. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү оҫталығы булдырырға 36-37 26. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, уны юлдан юлға күсереү. У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, дөрөҫ яҙырға. Һүрәт йөкмәткеһе буйынса һөйләшеү. О-ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Тексты аңлап уҡырға, төп фекерҙе билдәләргә. Текстың йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә, план төҙөргә, дәфтәргә яҙырға 42 16. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Уны күҙәтергә, һығымта яһарға, э өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Ыы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биргән хәрәкәт һүҙҙәр. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Таҙа яҙырға 46 47 7. Йә, йө, йү, йе һүҙ уртаһы , йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә 48-49 14. Яя хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында. Яя хәрефле һүҙҙәрҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы Я хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Тексты аңларға, төп фекерҙе билдәләргә. Текстың йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә, план төҙөргә, дәфтәргә яҙырға 51-52 53 4. Юю хәрефенең ҡалын һүҙҙә генә яҙылыуы. Ее хәрефенең һүҙ башында яҙылышы. Ее хәрефе һүҙ уртаһында Ее хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Ёё хәрефе рус теленән һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр Тирә-йүндәге предметтар. Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап һөйләргә. Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә 62 63 16. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдең мәғәнәһен белдереүсе төп һүҙҙәр-эйә һәм хәбәр Предметтың башҡарған эшен атарға. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә. Предмет атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға 64 23. Предметҡа ярашлы билдәне атарға. Һөйләмдә билдә- һүҙҙәрҙе айырырға. Уларҙың айырым ғына торғанда мәғәнә белдермәүе. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдәге функцияһы. Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Ла-лә, да-дә, та-тә, ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биреүсе предмет билдәһен һәм хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдең эйәһе, хәбәре, эйәрсән киҫәктәре Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы һүҙҙәрҙән айырым яҙырға Һөйләмдә һаналып киткән билдә-һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә 67- 68 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Тикшереү эше Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдә тиң киҫәктәрараһында тыныш билдәһе. Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр. Һүҙ башында уэ , уы әйтелешле һүҙҙәр Һөйләм. Эйә, хәбәр-һөйләмдең баш киҫәктәре. Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдә тиң киҫәктәрараһында тыныш билдәһе. Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр. Һүҙ башында уэ , уы әйтелешле һүҙҙәр Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Уҡытыусы уҡыуы аҫтында текст яҙырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә Һүҙҙәрҙең өн моделен дөрөҫ төҙөргә, транскрипцияла яҙырға, орфограммаларҙың аҫтына һыҙырға, аңлата белергә Ҡушымта Башҡорт әҙәбиәтенән календарь -тематик план Дәрес һаны Сәғәт һаны дата Дәрес темаһы Планлаштырылған һөҙөмтә план факт 1 1 3. Йыл аҙағында 2-се класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнекмәләренә эйә булырға тейеш: - Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу: - тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау; - текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү; - 10-12 шиғырҙы яттан белеү. Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү: - ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү; - картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү; - текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып һөйләү; - ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү; - башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү. Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош ижектәргә бүлмәй уҡыу: - поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү; - эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу; - текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу; - текстан һорауһарға яуап табыу; - картиналар ҡарау, уға исем биреү. Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 8-10 әҫәрҙе белеү. Рәсем буйынса һөйләмдәр төҙөү 4 1 24. Мәҡәлдәр 7 1 15. Ҡарт менән дейеү 9 1 29. Талхина 11 1 12. Ай менән Зөһрә 12 1 19. Хәйри 13 1 26. Игебаев 14 1 3. АрсланКластан тыш уҡыу 15 1 10. Йомғаҡлау дәресе 16 1 17. Ноғоманов 17 1 24. Кластан тыш уҡыу 19 1 28. Йәғәфәрова 20 1 4. Әҙәп төбө- ғәҙәт 22 1 18. Яҡупова 25 1 11. Салауат батыр 26 1 18. Булат 27 1 1. Янбулатова 28 1 8. Кәрим 30 1 22. Кластан тыш уҡыу 31 1 29. Ситдикова 32 1 6.

Last updated